ЙЫЛ ЭШҠЫУАРЫ! Мосолман ҡыҙҙарын кейендереүсе Әминә25.12.2018
Тәү күргәндә уны эшҡыуар тип уйламаҫһың да: тауышын күтәрмәй талғын ғына һөйләшә, башҡаларҙың фекерен сабыр ғына тыңлай. Ғәмәлдә уның Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта асҡан “Ете ҡыҙ” тегеү ательеһының баҙар иҡтисадында “үҙ кәштәһе” бар.

Дини талаптарҙы һәр саҡ еренә еткереп күҙәтергә күнеккән Әминә Әҙелғужина ошо ательены асыр алдынан байтаҡ уйланып йөрөгән: ни өсөн мосолманса кейенеү зарурлығы тыуһа, башҡорт милли кейеме кәрәк булһа, уны бер ҡайҙан табырлыҡ түгел, айырыуса район ерендә?.. Ә хәҙер инде ул етештергән милли стилдәге йә башҡа төрлө өҫ кейеме республикала ла танылыу ала бара.

– Аллаға шөкөр, дүрт балабыҙ бар, хәләл ефетем Рәсүл хәҙрәт – Күгәрсен районының имам-мөхтәсибе, – тип тыйнаҡ ҡына йылмая Әминә Мәғзүм ҡыҙы. – Мосолман ҡатын-ҡыҙының кейеме күп төрлө, уларҙы һәр кемдең зауығына тап килерлек итеп тегеп бирергә мөмкин. Бынан тыш, селтәр, һаҡал һәм башҡа биҙәүестәр етештерәбеҙ.


Вернуться назад