ЙЫЛ АУЫЛЫ! Хәлилдәрҙең берҙәмлеге һоҡландыра25.12.2018
“Башҡортостан муниципаль берәмектәр советы”, Йәш депутаттар ассоциацияһы һәм “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы ойошторған “Иң матур ауыл” конкурсында Әбйәлил районының Хәлил ауылы еңеп сыҡты. Конкурста республиканан барлығы 47 ауыл ҡатнашты. Хәлилдәрҙең еңеүе иһә ундағы халыҡтың берҙәмлеге хаҡында һөйләй.

Хәлилдең төп үҙенсәлеге – уның эшсән һәм уңған халҡы. Ҡасандыр гөрләп торған хужалыҡтар тарҡалыуына ҡарамаҫтан, улар гөрләтеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Һәр йортта тиерлек еңел машина, трактор, бар уңайлыҡтары булған күркәм хужалыҡ. Заман һынауҙарына бирешмәй, үҙ эшен асҡан, ауыл халҡын хеҙмәт урыны менән тәьмин итеүселәр ҙә бар. Ә инде хәлилдәрҙең дәртле, талантлы булыуы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел! Бында ауылдың ир-азаматтарынан торған “Малайҙар” вокаль ансамбле, ауыл ветерандары хоры, ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар ҡоро уңышлы эшләй. Ветерандар советы ауылдың һәр оло кешеһе хаҡында хәстәрлек күрә.

Ауылда урта мәктәп, мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы бар. Быуындар бәйләнешен дауам иткән сараларҙың даими үткәрелеүе лә киләсәк быуын һәм ололар араһында матур йолаға әйләнгән.

Бында йорттар төҙөк, урамдар киң, ихаталарҙа – тәртип һәм бөхтәлек. Ауыл халҡының ихлас, уңған булыуы хәлилдәрҙең шифалы Дарыулы йылғаһының һыуынан килә, ти үҙҙәре лә.


Вернуться назад