ЙЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ! Күңел тарта “Ашҡаҙар”ға25.12.2018
Аллаға шөкөр, Башҡортостанда илдә бик күптәргә өлгө булырлыҡ хужалыҡтар етерлек. “Йыл хужалығы” номинацияһына хатта ҡайһыһын һайларға ла белмәйһең. Ауыл хужалығы министрлығы, райондар үҙҙәре билдәләгәндәре байтаҡ. Нисек кенә булмаһын, уңғандар баһаланған һәм артабан өлгө буласаҡ. Беҙ иһә Мәләүез районының “Ашҡаҙар” хужалығына туҡталдыҡ.

“Ашҡаҙар” — асылда яңыса йәшәү, эшләү алымына күскән, әммә элекке колхоз системаһында ҡалыуҙы хуп күргән хужалыҡ. Башлыса малсылыҡ, үҫемлекселек менән шөғөлләнәләр. Һәр тармаҡ бер-береһен тулыландырып тора. Үҙ баҫыуыңда башаҡтар тулышты икән, тимәк, малыңа аҙыҡ бар, күпереп үҫкән күп йыллыҡ үләндәр файҙаға. Етештергәндә үҙҡиммәте осһоҙораҡ булған һайын — табышлыраҡ. Әммә эшләгәндә ҡаршылыҡтарһыҙ, ауырлыҡтарһыҙ ҙа булмай. Нисек тә уларҙы еңергә кәрәк. “Ашҡаҙар”ҙа шулай итәләр ҙә. Колхоз рәйесе, Башҡорт­остан­дың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илдус Хәлитов үҙе оптимист кеше: ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай, һәр ваҡыт белгес­тәрҙең фекеренә таяна. Бында 200-ләгән кеше эшләй. Ваҡытында хеҙмәт хаҡы түләнгәс, колхоз иҡтисади яҡтан аяғында ныҡлы баҫып торғас, халыҡтың да иртәгәһе көнгә ышанысы ҙур. Рәйес әйтмешләй, бында халыҡ тырыш, уңғандарҙың береһен атаһаң, икенсеһе тороп ҡалыр һымаҡ.

Ашҡаҙарҙар тураһында районда ла, министрлыҡта ла: “Йыл һайын бер яңылыҡ уйлап табып, тормошҡа ашырып торалар”, — тиҙәр. Шулай булмай ни, бер ҡарағанда, Калининград, Свердловск өлкәләренән, Германиянан тоҡомло мал ҡайтар­ғандар, икенсе ҡараһаң, яңы элеватор төҙөгәндәр, ферма корпустарын сафҡа индергәндәр, күп тонна һөт һыйҙырышлы һыуытҡыс ҡуйған­дар, һауынсылар менән малсы­ларҙың эшен еңеләйткәндәр...
Уҙған йыл да уңыштары менән ҡыуандырған, киләһенә лә ҙур өмөт бағлайҙар “Ашҡаҙар”ҙа. Уның өсөн үҙҙәре лә ныҡлы нигеҙ һалған.


Вернуться назад