ЙЫЛ РӘЙЕСЕ! Беҙгә тырышып эшләргә ҡала25.12.2018
Ғафури районының “Уңыш” ауыл хужалығы кооперативын республикала бүтәндәргә өлгө итеп ҡуялар. Был баһа, әлбиттә, хужалыҡтың етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Нәжип Хисаметдиновҡа туранан-тура ҡағыла, сөнки кооперативтың уңышы ла, ауыл эшсәндәренең ваҡытында хеҙмәт хаҡы алып, дәртләнеп донъя көтөүе лә тап уның хәстәрлегенә, зиһененә бәйле.

“Хужалыҡ игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнә. Малдары ишле, “500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ингән фермаларҙа “ҡара-сыбар” тоҡомло 11211 баш һыйыр малы аҫралып, шуның 365-ен һауалар. Көн һайын әҙер продукцияны Ҡарлыман һөт заводына тапшыралар.
Йылҡы ла үрсетелә, йәй ҡымыҙ етештерелеп, шифалы эсемлек эшселәргә таратып бирелә. Бөгөн хужалыҡта алты ауылдан етмеш­ләгән кеше эш менән мәшғүл, ә ҡыҙыу осорҙа уларҙың һаны бермә-бер арта. Белемле кадрҙарға, йәштәргә ҡытлыҡ юҡ, сөнки эшкә урынлашҡан саҡта һәр береһенә ярҙам һәм яҡлау күрһәтелә. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнгәс, эшселәр­ҙең кәйефе күтәренке. Социаль яҡлау төрҙәре, эш һөҙөмтәһенә ҡарап, премиялар ҡаралған. Ял итергә теләгән­дәргә шифаханаларға йүнәлтмә бирелә. Пайсылар менән дә ваҡытында иҫәпләшәләр.

— Эшләргә дәрт тә, дарман да етерлек. Хеҙмәтебеҙ менән ҡыҙыҡһынып торған етәкселек булғанда улар тарафынан яҡлау барҙа беҙгә тырышып эшләргә генә ҡала, – ти хужалыҡ эшсәндәре.


Вернуться назад