Аграрийҙар журналистар менән дуҫ22.12.2018
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ил төбәктәренең аграр ведомстволары араһында киң мәғлүмәт саралары өсөн иң асығы булып танылды. Шулай уҡ Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының сайтына әҙерләнгән төбәк яңылыҡтары һаны буйынса ла Башҡортостан иң алдынғы булараҡ билдәләнде.

Төбәк Ауыл хужалығы министрлығының мәғлүмәти сәйәсәт өлкәһендәге уңышы – йыл дауамындағы маҡсатлы эш һөҙөмтәһе. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте киң мәғлүмәт саралары журналистары менән асыҡлыҡҡа һәм һәр яңылыҡты ваҡытында еткереүгә ҡоролған эшмәкәрлек булдырыуға өлгәшкән.

– Ауыл эшсәндәренең хеҙмәтенә, республикабыҙҙа етештерелгән аҙыҡ-түлек төрҙәренә ыңғай фекер булдырыуҙа матбуғаттың роле баһалап бөткөһөҙ ҙур, – тине республика Хөкүмәтенең вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.




Вернуться назад