Һуңғы йылдарҙа ауылда йәшәүселәрҙең йылдар дауамында хәл ителмәгән проблемалары аҡрынлап тормошҡа ашыуы ҡыуаныслы күренеш. Ошондай ҡыуанысты Баймаҡ районының Түбә ауылы халҡы ла кисерҙе: улар өр-яңы тракторлы булды!
Былтыр түбәләр “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашып, ауылға ҡоролмалары булған тәгәрмәсле трактор алыу өсөн тауыш биргәйне. Проект хупланды, кәрәкле сумма тупланды, һәм, ниһайәт, Ҡыш бабай бүләге булып ауылға яңы трактор ҡайтты.
Хәҙер түбәләргә ҡыштың ҡарлы-бураны ла, яҙ һәм көҙҙөң батҡаҡлы булыуы ла ҡурҡыныс түгел: был эштәрҙең барыһын да ауылдың тракторы “һә” тигәнсе башҡарып ҡуясаҡ.