Киләһе йылда Башҡортостандың юл фондына 17 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Ошо турала закон проекты Республика Хөкүмәтендә хупланды. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар түләгән штрафтар ҙа 2019 йылдан төбәк бюджетына күсерелә. Һөҙөмтөлө, ҡаҙна 1 миллиард ярым һумға тулыланыр тип көтөлә. Аҡса төбәк, муниципаль һәм урындағы юлдарҙы ремонтлауға, фото һәм видеокамералар ҡуйыуға тотоноласаҡ.