Күмәкләгән — машина алған21.12.2018
Халыҡ барыһы ла үҙҙәре өсөн икәнен аңлай.

Ғафури районының Имәндәш ауылы биләмәһе “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында өсөнсө йыл рәттән ҡатнаша. Былтыр 1 миллион 500 мең һумға “МТЗ-82” тракторы, быйыл иһә ротор — ҡар көрәгес-өрҙөргөс (560 мең һумлыҡ” һатып алыуға өлгәшкәндәр.

Йәнә ауыл биләмәләренә йыл да республика ҡаҙнаһынан бүленгән, йәғни “президент” аҡсаһына тракторҙы көрәк (140 мең һум) менән дә йыһазландырғандар. Был трактор һәм ротор менән ҡыш көндәрендә ауыл урамдары ҡарҙан таҙартыла, йәй иһә сүп-сар йыйыла. Техниканы тулыһынса комплектлау өсөн арба ғына етешмәй, ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов быныһын да хәл иткән. 305 мең һумға торошло яңы арба һатып алыу мәсьәләһе аукционға ҡуйылған.

Ятып ҡалғансы — атып ҡал, тигәндәй, Имәндәш ауылы халҡы, йәнә йыйынға йыйылып, “Урындағы башланғыстарға булышлыу итеү” программаһында ҡатнашырға һәм янғын һүндереү автомашинаһы һатып алырға ҡарар иткән. Уның хаҡы 1 миллион 450 мең һум тора. Проектта еңеп сығып, Хөкүмәттән ярҙам алыуға өлгәшеү өсөн, әлбиттә, инициативалы төркөмдөң дә әүҙем булыуы талап ителә. Был тәңгәлдә Илдар Мәхмүтов етәкселегендәге Имәндәш ауылы старостаһы Марат Ибраһимов, Мөнирә Рәшитова, Рәзилә Зөбәйҙуллина, Салауат Түҙбәковтарҙан торған төркөм бик уңышлы эшләй. Шулай уҡ ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илфат Үтәгәновтың да тырышлығы тос.

Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Ә. Ноғайғолов был программаны хуплап ҡабул иткән ауыл халҡына, ярҙам ҡулы һуҙған Хөкүмәткә, инициативалы төркөмгә, бағыусылар Айрат Ҡунафинға (10 мең һум аҡса биргән), “Уңыш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Нәжип Хисаметдиновҡа (биш тонна иген тапшырған — 40 мең һумлыҡ), район советы депутаттары Әхмәт Аҫылбәковҡа (биш мең һум), Рөстәм Әбдрәхимовҡа (биш мең), Әлфир Исхаҡовҡа (өс мең), берәр мең һум аҡса биргән ауыл советы депутаттарына, ауыл старосталарына һәм мәктәп директорҙарына рәхмәт белдерә.

— Халыҡ беҙҙә әүҙем, — тип һөйөнә Әхнәф Әхиәр улы. — Һәр ғаиләгә тура килгән аҡсаны йыйыуҙа ла ауырлыҡ кисермәйбеҙ, был изге эштән ситтә ҡалырға маташҡандар юҡ тиерлек — барыһы ла үҙебеҙ өсөн бит, тиҙәр.


Вернуться назад