Рәсәйҙә бензинға хаҡтарҙың ҡапыл артыуына юл ҡуйылмаясаҡ. Президент Владимир Путин ҙур матбуғат конференцияһында ошо хаҡта әйтте.
“Килешелгәндәр киләһе йылдың мартына тиклем ғәмәлдә ҡала. Әлбиттә, ғинуар башынан өҫтәмә хаҡҡа һалымдың артыуына бәйле төҙәтмәләр индерелеүе ихтимал. Әммә әллә ни ҙур үҙгәрештәр булмаҫ, тип уйлайым. Булһа ла 1-1,5 процент самаһы ғына тәшкил итер, шунан артмаҫ. Артабан инде Хөкүмәт донъя һәм Рәсәй баҙарындағы хәлде күҙәтергә тейеш. Киләһе йыл Хөкүмәт нефть продукттарына хаҡтың үҫеүенә юл ҡуймаҫ, тип ышанам”, – тип һүҙен йомғаҡланы Владимир Путин.