“Апимондия”ға әҙербеҙме?20.12.2018
“Апимондия” халыҡ-ара умартасылар ассоциацияһы федерацияһының инспекция төркөмө 2021 йылда Өфөлә үтәсәк «Апимондия» халыҡ-ара конгресына баш ҡаланың әҙерлеге менән танышып, инфраструктура объекттарын, ҡунаҡхана комплекстарын ҡараны.

Италияның “AIM Group International” компанияһы вәкилдәренән торған комиссия Өфөнөң конгресс уҙғарыу өсөн мөмкинлектәрен юғары баһалап, ҡунаҡханаларҙың яңы һәм уңайлы урынлашыуын билдәләгән. Әйткәндәй, был компания “Апимондия” конгресын үткәреүсе оператор итеп билдәләгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда умартасылыҡ буйынса «Апимондия» халыҡ-ара конгресы Өфөлә үтәсәк. Сараға 80 илдән ун меңгә яҡын ҡунаҡ киләсәк.




Вернуться назад