Картаны ла ҡулға алдылар...20.12.2018
Халыҡ банк карталарын кинәнеп тотона башлағайны, был рәхәтлеклектә лә сикләмәксе булалар. Әле Дәүләт Думаһы депутаттары енәйәт юлы менән алынған килемдәрҙе легалләштереүгә ҡаршы тороу тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү тураһындағы проектты ҡабул итте. Хәҙер сит ил пластик карталарынан аҡса алыу операцияларының бөтәһе лә тикшереләсәк.

Документҡа ярашлы, банктар өс көн эсендә Рәсәй финанс мониторинг хеҙмәтенә ҡайһы бер дәүләттәрҙә сыҡҡан карталарға бәйле операциялар хаҡында мәғлүмәт биреп торорға мәжбүр буласаҡ.



Вернуться назад