"Йорт хайуандарының теүәл иҫәбен билдәләмәйенсә, төбәктә мал ауырыуҙарынан тулыһынса һаҡланыу мөмкин түгел", – тип хәбәр итте республиканың Ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин “Башинформ” агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында.
"RegAgro" милли иҫәп һәм теркәү системаһы етәксеһе Сергей Шерстобоев әйтеүенсә, бөгөн уларҙа бер миллионға яҡын йән эйәһе теркәлгән. Уларҙың күбеһен һыйыр малы (557 меңдән ашыу) тәшкил итә, 295 мең кәзә-һарыҡ һәм 29 мең йылҡы иҫәпләнә.
“Россельходнадзор” етәксеһе Юрий Петров билдәләүенсә, Рәсәй ауыл хужалығы министры бойороғона ярашлы, быйылдан һыйыр малын, кәзә-һарыҡты, аттарҙы, сусҡаларҙы һәм бал ҡорттарын рәсми рәүештә теркәү мотлаҡ.
2019 йылдан бесәй, эт, хатта балыҡтар менән ҡиммәтле тиреле кейектәрҙе лә идентификациялау башланасаҡ.
Азат Йыһаншин әйтеүенсә, был эш хайуандарҙың иҫәбен һәм күсенеүен контролдә тоторға ярҙам итәсәк.