Кисә баш ҡалабыҙҙа ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативтары съезы үтте. Республикала 211 ауыл хужалығы кооперативы иҫәпләнә. Быйыл 117 ҡулланыусылар берләшмәһе теркәлгән. Яңы ойошторолған кооперативтар буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урында тора.
— Ҡала кешеләре юғары сифатлы, экологик яҡтан таҙа продукция һатып алһын өсөн, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә бойондороҡһоҙ фермер магазиндары селтәре ойошторорға теләйбеҙ, — тип хәбәр итте Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев.