Киләһе йылда Башҡортостанда инвестиция мөмкинлектәрен ғәмәлгә ашырыу күрһәткестәре буйынса муниципалитеттар рейтингы булдырыласаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына тәүге Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе.
– Республика алдында тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе, экспорт эшмәкәрлеген, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү бурысы тора. Сит ил партнерҙарының Башҡортостанға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы һәр ваҡыт көслө булды. Был тәңгәлдәге уй-ниәттәр аныҡ эштәргә әйләнһен өсөн әлеге йүнәлештә көслө белгестәр кәрәк, – тине төбәк етәксеһе.
Уларҙы республиканан да, унан ситтән дә эҙләйәсәктәр һәм тейешле вәкәләттәр менән тәьмин итәсәктәр. Әгәр нигеҙле тип табылһа, Башҡортостанда эшмәкәрлек итеүгә айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу белдергән илдәрҙә вәкиллектәр асыу мөмкинлеге лә ҡараласаҡ.
– Республиканың иҡтисади үҫеше өсөн беҙ үҙебеҙ шарттар тыуҙырырға тейешбеҙ. Әлегә Башҡортостан инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән мөмкинлектәрен тулы ҡеүәтенә файҙаланмай, – тип билдәләне Радий Хәбиров.