“Бысыусылар” язаһын аласаҡ18.12.2018
Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс 635 миллион һумға еткән. 2018 йылдың 1 декабренә ҡарата 13 мең эшсегә хеҙмәт хаҡы түләнмәгән. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе.

– Беҙгә яҡшы хеҙмәт хаҡы түләнгән яңы эш урындары кәрәк. Муниципалитеттарға инвестициялар йәлеп итәсәкбеҙ, яңы производстволар асырға тейешбеҙ. Кешегә ҡасандыр эш биргән элекке предприятиеларҙы тергеҙеү мөһим, – тине ул.


Республика етәксеһе билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа республика былай ҙа Башҡортостан йылға пароходсылығы йәмғиәтен, “Ергән” МТС-ы кеүек эре предприятиеларын юғалтты, “Башавтотранс” менән “Башҡортостан” нәшриәтенән саҡ ҡолаҡ ҡаҡманыҡ.

“Ҡайҙалыр менеджмент эшләп еткермәне, ә ҡайҙалыр махсус рәүештә башҡарылды. Милекселектең төрлө формаларындағы ойошмаларҙы “бысып”, миллиондар һуғып ятҡан енәйәтсел төркөмдәрҙең эшмәкәрлеген туҡтатасаҡбыҙ. Был тармаҡта ҡаты тәртип урынлаштырырға кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.




Вернуться назад