Венгрия һыйырының һөтө тәмлеме?18.12.2018
Көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади яҡтан үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһының 2020 йылға тиклем оҙайтылыуы төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, ситтән инвесторҙар йәлеп итеүгә, яңы эш урындары асыуға булышлыҡ итте. Шуға күрә һәр район үҙ мөмкинлектәренә ҡарап төрлө йүнәлештә үҫешә, яңы инвестиция проекттарын тәҡдим итә, уларҙы уңышлы яҡлай.

Ейәнсура районының Яңы Себенле ауылы янында урынлашҡан 1 мең 280 баш малға иҫәпләнгән һөт-тауар фермаһы ла тап ошо программа сиктәрендә төҙөлә. Ырымбурҙан килгән инвестор заман талаптарына яуап биргән, халыҡҡа эш урындары булдырған һөт-тауар фермаһын сафҡа индерә. Ошо көндәрҙә бында йыраҡ Венгриянан ҡара-сыбар тоҡомло 400 тана ҡайтарылған.


Вернуться назад