Кемгә иген кәрәк?18.12.2018
Республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре 11 айҙа 485,7 мең тонна ашлыҡ һатҡан. Шуның 325,1 мең тоннаһы экспортҡа оҙатылған. Был былтырғы ошо ваҡыттан 6,4 процентҡа күберәк.

Башҡорт игене Азербайжанға, Грузияға, Латвияға, Белгияға, Германияға, Мысырға, Төркиәгә, Иранға һәм Сәғүд Ғәрәбстанына һатыла. Башлыса сит илдәр беҙҙән бойҙай, арпа, арыш, һоло һәм май культуралары һатып ала.



Вернуться назад