Яңы йылға – бурысһыҙ18.12.2018
Физик берәмектәр тарафынан 2017 йылға һалымды ваҡытында түләү срогы 3 декабрҙә үтте. 4 декабрҙән һалымға һәр көн өсөн пеня өҫтәлә.

Яңы йыл каникулы алдынан күңелһеҙлектәргә юл ҡуймау өсөн республикалағы һалым органдары ҡаҙна алдында бурыстың булыу-булмауын алдан тикшереп, түләргә кәңәш итә.

Һалымды ваҡытында күсермәгән кешеләрҙән ул мәжбүри түләтеләсәк. Бурыс иҫәбенә мөлкәттең, банк иҫәбендәге аҡсаның алыныуы ла ихтимал. Ҡаҙна алдында бурыслыға сит илгә сығыу тыйыла.

Бурысты түләтеүгә эш биреүсене лә йәлеп итеүҙәре мөмкин. Хеҙмәткәрҙең һалым буйынса бурысы булып, ул 25 мең һумдан артмаһа, уның эш урынына тейешле документ ебәрелә. Был осраҡта эш биреүсе бурысты хеҙмәткәрҙең эш хаҡынан тоторға тейеш. Бынан тыш, бурыслыға ҡарата сикләү сараларын ғәмәлгә индерәләр. Ул автомобилгә, күсемһеҙ милек объекттарына, ер участкаларына хоҡуғын теркәй алмаясаҡ.

23 декабргә тиклем һалым хеҙмәте офистары үҙ эшен дауам итә. Граждандарға уңайлы булһын өсөн ҙур сауҙа үҙәктәрендә, республика күп функциялы үҙәктәрендә һалым хеҙмәтенең күсмә офистары эшләй. Уларҙың эш ваҡыты тураһында ентекле мәғлүмәт www.nalog.ru сайтында бирелгән. Һалым белдереүен алмаған осраҡта граждан һалым инспекцияһына, күп функцияла үҙәк офисына мөрәжәғәт итә, шәхси кабинет аша ғариза ебәрә ала. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы “ҡыҙыу элемтә” телефоны: (347) 226-38-00.





Вернуться назад