Иртәгә республиканың ҡулланыу кооперативтары үҙҙәренең тәүге съезына йыйыла.
Әле Башҡортостанда 211 ауыл хужалығы кооперативы теркәлгән. Төбәктә илдә беренселәрҙән булып шәхси ихаталар һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының үҙҙәренең башланғысы һәм финанс ярҙамы менән берләшеү проекттарына “йәшел ут” бирелде. Туғыҙ процент ккүләмендәге үҙ капиталы булғанда, бер кооперативҡа өс миллион һумға тиклем грант бүлеү мөмкинлеге бар.
Быйыл ғына республикала 117 кооператив иҫәпкә торған. Был йүнәлештә беҙ Рәсәйҙә алдынғы урынды биләйбеҙ.