Урам һепереүгә... 26 миллион һум17.12.2018
Яңауылда ҡаланы санитария йәһәтенән тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү өсөн 2019 йылда 26 миллион һум аҡса йүнәлтергә йыйыналар. 5,6 миллион һум – урамдарҙы һепереү һәм ҡар таҙартыу, 20,4 миллион һум ландшафты төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ. Ҡала урамдарын, парктарҙы һәм скверҙарҙы ҡарҙан, сүп-сарҙан таҙартыу, газондарҙы, клумбаларҙы һәм сәскәлектәрҙе тәрбиәләү, ағастар ағартыу һәм башҡа эштәр күҙ уңында тотола.




Вернуться назад