Баймаҡтар күсеп йөрөп эшләргә әҙер17.12.2018
Күптән түгел “Баймаҡ районы ветеринария станцияһы” дәүләт бюджет учреждениеһы заманса өр-яңы күсмә ветеринар лаборатория машинаһы менән тулыланды.

Был мобиль лаборатория Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы тарафынан ҡабул ителгән “Район ветеринария станциялары фондын нығытыу” проекты сиктәрендә ҡайтарылған.

Заманса йыһазландырылған лаборатория районда кеше һәм хайуандарға хас дөйөм сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуймаҫҡа, мал һәм үҫемлек продукцияһына контроллек итергә, йоғошло сирҙәрҙе дауаларға һәм иҫкәртергә ярҙам итәсәк.


Вернуться назад