Яңауыл районының “Победа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте итальян фирмаһы (генераль директоры – Кура Маррино) ҡарамағындағы предприятие менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә башланы.
Ошо көндәрҙә хужалыҡтың Сәлих ауылындағы фермаһына 253 "абердин-ангусс" тоҡомло быҙау ҡайтарылды. Йылҡылдап торған ҡап-ҡара йөнлө малҡайҙар Яңауыл еренә ерегеп тә бара, сөнки уларға бында бөтә шарттар тыуҙырылған.
Итальян фирмаһы үрсеткән быҙауҙар тиҙ үҫеүе, аҙ калориялы ит сығанағы булыуы, йәғни артыҡ май йыймауы менән айырыла.