Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Күмертау ҡалаһына сәфәре ҡараңғы төшкәс тә дауам итте. Ул май һығыу заводына барҙы. Холдингтың генераль директоры Александр Махров оҙатыуында предприятиеның үҙәк диспетчерлыҡ пунктын ҡараны, көнбағыш эшкәртеү процесын күҙәтте.
Күмертау май һығыу заводы 2016 йылда сафҡа инде. Инвестициялар күләме 4,5 миллиард һум тәшкил итте. Бөгөн предприятиела 432 кеше эшләй.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, предприятиены республика баҫыуҙарында үҫтерелгән сеймал менән тәьмин итергә кәрәк. Был ауыл хужалығы
етештереүен үҫтерергә һәм ауылда яңы эш урындары булдырырға ярҙам итәсәк.