"Алыҫта ҡалған 1981 йыл иҫкә төштө. Иртә менән эшкә киләһең, ә предприятие үҙенең эшен 7.20 сәғәттә башлай ине. Бында бөтәһе лә ысын - кешеләр ҙә, металл да", - тине, хәтирәләргә бирелеп, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров "Витязь" заводы менән яҡындан танышып сыҡҡас.
Мәғлүм булыуынса, Радий Фәрит улы тәүге хеҙмәт юлын ошонда фрезерлаусы өйрәнсеге булып башлай.
1977 йылда барлыҡҡа килгән завод әле лә Рәсәйҙә бөтә ерҙә йөрөй алған техника етештергән берҙән-бер предприятие булып ҡала. Ишембай вездеходтарының даны илдең бөтә төбәгендә лә билдәле. "Газпром", "Лукойл", "Транснефть", Оборона министрлығы һәм башҡа күп тармаҡтар беҙҙә сыҡҡан үҙенсәлекле техниканы ҙур теләк менән файҙалана. Мөһабәт машиналар өсөн Арктиканың ҡырыҫ тәбиғәте лә, Көнбайыш Себерҙең үткеһеҙ һаҙлыҡтары ла, Алыҫ Көнсығыш тайгалары ла ҡурҡыныс түгел. Асылғандан бирле бында 3 мең 500 машина етештерелгән. Быйыл ғына 60 дана йыйылған.
"Витязь" - Рәсәйҙең ҡеүәте һәм өмөтө, - тине Радий Фәрит улы. - Ауыр көрсөктәрҙән дә имен-аман сығып, башҡаларға өлгө күрһәтте. Бөгөн бында 1500 кеше эшләй. Улар етештергән продукцияға ихтыяж ҙур. Предприятие дәүләт ярҙамына лайыҡ. Киләһе аҙнала Рәсәйҙең сәнәғәт министры менән осрашҡанда беҙ был хаҡта һөйләшәсәкбеҙ", - тине Радий Хәбиров.