“Мин бирешә торғандарҙан түгел”14.12.2018

Йәш эшҡыуар Айнур Ғәзизов ошондай девиз менән йәшәй.

Була бит шундай кешеләр: бер ҡараш ташлау менән уның асылы, булмышы күренеп тора. Бөгөнгө геройыбыҙ менән дә уның фиғелен белеү өсөн саҡ ҡына аралашыу ҙа етте. Яндырай холоҡло, шартлап торған күркәм егет йәш эшҡыуар икән.

Айнур Ғәзизов – Учалы егете. Ул Килмәк ауылында тыуып үҫкән, туғыҙынсы класҡа тиклем шунда уҡыған. Тулы белемде Уральск мәктәбендә алғандан һуң, тау-байыҡтырыу техникумын уңышлы тамамлай. Ил алдын­дағы бурысын үтәүҙән дә ҡасып ҡалмай ул, армия сафында булып ҡайта. Хәрби хеҙмәттән һуң белем эстәүен, камиллашыуын туҡтатмай Айнур. Өфө дәүләт авиация техник университетына инеп, юғары белем ала.

Әле Айнурға 28 йәш. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, бик күп урында эшләп, төрлө ҡалаларҙа йәшәп ҡарарға өлгөргән. Учалы тау-байыҡтырыу компанияһында башлай ул хеҙмәт юлын. Егәрле, ныҡышмал, тырыш егеттең нисек эшләүен күрәләр, тиҙ генә карьера баҫҡысы буйлап үрләтәләр. Тик күңеле нимәлер башҡаны, күберәкте талап иткәс, егет унан китеп, Өфөлә, Мәскәүҙә эшләп, үҙен һынап ҡарай. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, юғары уңыштарға өлгәшә, етәксе вазифаларға күтәрелә.

– Бер нисә йыл төрлө урында йөрөп ҡарағандан һуң, шуны аңланым: минең кемгәлер түгел, ә үҙ-үҙемә эшләгем килә икән. Йүнсел булыу теләге бәләкәй саҡтан бар ине, ул үҫкән һайын яйлап артты һәм нығынды ғына, – ти ул.

Егеттең эшҡыуарлыҡтағы юлы 2016 йылда велосипедтарҙан башлана. Иң тәүҙә икәүҙе һатып ала һәм балалар, үҫмерҙәр күпләп йөрөгән паркта уларҙы прокатҡа тапшыра башлай. Улының тырышлығын, юғарыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшергә теләүен күргән әсәһе лә уға ярҙам итмәк була һәм тағы ла ике велосипед алып бирешә.

Ең һыҙғанып, бик дәртләнеп эшләй башлай Айнур Ғәзизов был даирәлә. Ихтыяж артҡан һайын, ике тәгәрмәсле “тимер ат”тары ла күбәйә һәм егерменән ашып китә. Башта “Өфө-Арена” янындағы майҙансыҡта эшләй, аҙаҡ баш ҡаланың ҙурыраҡ парктарына күсә. Үҙенең тәүге автомобилен дә ошо бизнесынан килгән аҡсаға һатып ала Айнур.

Дәрт-дарманы, энергияһы ташып торған йәш эшҡыуар прокат менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Тыуған яғы Учалы һәм Белорет ҡалаларында “Бөтәһе лә – 100 һумға” тигән магазиндар аса. Бында кейем-һалымы ла, көнкүреш тауарҙары ла бихисап. Был ҡалаларҙа йәшәгән кешеләр арзан хаҡҡа тауар алып бер ҡыуанһа, һатыусылар “эш урындары булды” тип шатлана. Үҙенең магазиндарында кеҫә телефондары өсөн аксессуарҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән сауҙа иткән нөктәләр ҙә асҡан Айнур. Бында иһә күберәге йәштәр өсөн кәрәкле тауар һатыла, уларҙың бөгөнгө ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырыша егет. Был йәһәттән дуҫы, рухи остазы Илдар Бикбулатовҡа рәхмәт бел­дерә.

– Бер ҡасан да, бер нәмә лә шыма ғына бармай. Был иң тәү сиратта эшҡыуарлыҡҡа ҡағылалыр. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар осрамай бит бында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер нәмәләр ҡулдан килмәй, аяҡ салыусылар ҙа йыш осрай, шуға күрә күптәр был юлда һына, туҡтап ҡалырға мәжбүр була. Ә мин тиҙ генә бирешә торғандарҙан түгел, үҙемдекен итмәйенсә ҡуймайым, – ти Айнур Ғәзизов.

Егеттең был өлкәлә етди ҡарашлы булыуын “Рәсәй таянысы” ойошмаһының Башҡорт­остан төбәк бүлексәһендә Йәштәр эшҡыуарлығы буйынса комитет рәйесе урынбаҫары булып йөрөүе лә дәлилләй. Бында ул үҙе кеүек йәш, саҡ башлап торған йүнселдәр менән эшләй, уларға төрлөсә ярҙам күрһәтә.

– Минеңсә, йәш саҡта айырыуса ҡурҡмаҫҡа, ҡыйыу булырға кәрәк. Иң мөһиме – бирешмәҫкә, күңелде төшөрмәҫкә. Бер урында килеп сыҡманы икән, икенсеһенә, өсөнсөһөнә тотонор кәрәк, – тип кәңәш бирә йәштәштәренә ул.

Айнур бер ҡасан да өлгә­шелгәндә туҡтап ҡалмай, һәр ваҡыт үҙ-үҙен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Спорт менән әүҙем шөғөлләнеп, физик яҡтан нығынһа, яңылыҡҡа ынтылып, һөнәре буйынса өҫтәмә белем алып, рухи яҡтан үҫешә. Спорт тигәндәй, “Рәсәй таянысы”ның Башҡортостан буйынса бүлексә­һендә ул иң көслө һәм спорт яратҡан кеше булып иҫәпләнә. Бында уҙғарылған һәр ярыш-бәйгелә ҡатнашып, гел тәүге урындарға лайыҡ булып килә.

Матур, татыу ғаиләһе менән дә ғорурлана егет. Ҡатыны Зөл­фиә – һөнәре буйынса юрист, нотариус ярҙамсыһы булып эшләй. Аңлашып, ярҙам итешеп йәшәй йәштәр.

Ошондай егеттәр менән ғорурланырға, уларҙы һәр яҡлап күтәрергә, ярҙам итергә кәрәк. Илебеҙ, милләтебеҙ киләсәге улар ҡулында бит. Күптәргә өлгө булырлыҡ Айнур ише егеттәребеҙ артһын ине.


Вернуться назад