Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары 20 декабрҙә буласаҡ пленар ултырышта “2018 йылға һәм 2020, 2019 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Законға үҙгәреш индерергә ниәтләй. Ул республика ҡаҙнаһын 2018 йылда 10 миллиард һумдан ашыуға арттырыуҙы күҙ уңында тота.
— Үҙгәрештәр 7,2 миллиард һумлыҡ өҫтәмә һалым һәм һалым булмаған килем кереме, шулай уҡ федераль үҙәктән бүленгән финанс ярҙам күләменең 3,2 миллиард һумға артыуы менән бәйле, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Өҫтәмә аҡсаны бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡына, муниципаль бюджеттарға ярҙам күрһәтеүгә, муниципаль учреждениеларҙың матди-техник базаһын нығытыуға, агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамына, тәүге сабый тыуғас бер тапҡыр түләнгән социаль пособиеға йүнәлтеү ҡарала.
Пленар ултырышта шулай уҡ “2019 йылға һәм 2020, 2021 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы закон проекты һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителәсәк.