Салт аяҙ көн ҡапыл ғына ҡараңғыланды ла китте. Әллә ҡайҙан ялбыр ҡара болот сығып ҡаты ғәрәсәт ҡупты. Иҫ киткес ғәйрәтле өйөрмә Киҫәкҡайын ауылы тирәләй ыжғырып әйләнгеләне лә ауыл ситендәге теплица комбинаты өҫтөндә “бейергә” кереште.
— Ғәрәсәт ҡоролманың 1 мең квадрат метрҙан ашыу ҡыйығын селпәрәмә килтерҙе, — тип һөйләй “Нефтекама” теплица комбинаты етәксеһе Риф Зарипов. — Бер миллион һумлыҡ зыян һалды. Ҡыйыҡты тиҙ арала йүнәтмәһәң, йылыға күнеккән йәшелсә үҫентеләренең асыҡ һауала һә тигәнсе юҡҡа сығыуын көт тә тор! Матди ярҙам һорап урындағы хакимиәткә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Ауыл хужалығы министрлыҡтарына мөрәжәғәт иттек тә ул... Һөйөнөскә күрә, кәрәге тейер әле тип һаҡлап тотҡан быяла бар ине, ә етмәгәнен тиҙ арала Салауаттан ҡайтарттыҡ. Киҫәкҡайын, Янбарис ауылы халҡына мең рәхмәт — ярҙамға йүгерешеп килделәр, биш көндә теплицаны ипкә килтерҙек.
Яңауыл районының Киҫәкҡайын ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан теплица тәүге продукцияһын 1994 йылда етештерә башлай. Бында өс гектар майҙанда Голландия технологияһын ҡулланып (тупраҡ күп кәрәкмәй), ҡыяр, помидор үҫтерәләр. Был алым нитраттарҙың күпләп тупланыуына юл ҡуймай. Ҡоролма буйлап уҙғанда, ҡулына һиптергес тотоп йөрөүселәрҙе күрмәгәс, ғәжәпләнеп тә ҡуйғайным. Баҡһаң, бында һуғарыу автоматлаштырылған һәм компьютер аша идара ителә булып сыҡты. Йәшелсә “эскән” һыу ҙа ғәҙәти түгел — ҡыяр, помидор туҡлыҡлы матдәләр ҡатнашмаһы менән һуғарыла.
Комбинат сафҡа ингән тәүге осорҙа йылына 450 тонна самаһы йәшелсәне һатыуға сығарһа, 2010 йылда 1024 тонна ҡыяр, помидор етештереүгә өлгәшкән. Уның продукцияһын Нефтекама, Ағиҙел, Яңауыл ҡалалары, Краснокама, Ҡалтасы, күрше Удмурт Республикаһы, Пермь крайы эшҡыуарҙары күпләп һатыуға сығара. Предприятиела тир түккән һәр эшсе өсөн бына тигән хеҙмәт һәм ял шарттары булдырылған: ашхана, көнкүреш бүлмәләре, физик күнекмә залы, сауна бар. Эшселәр өсөн Киҫәкҡайында 44 кирбес йорт файҙаланыуға тапшырылған. Уртаса хеҙмәт хаҡы ла насар түгел — айына 14 мең һумдан ашыу. Эш стажына ярашлы ул арта бара. Йыл әйләнәһенә дауаханаға мөрәжәғәт итмәүселәргә ете көн өҫтәмә ял бирелә. Бик мохтаждарға хужалыҡ эштәре өсөн бушлай транспорт бүленә.
Ләкин һуңғы ике-өс йылда теплицаны йылылыҡ менән тәьмин итеүгә бәйле мәсьәләләр килеп тыуҙы.
— Комбинатты йылы һыу менән тәьмин иткән “Башкирэнерго” хаҡтарҙы өҫтәгәндән-өҫтәй. Өс йыл элек һыу өсөн йылына 5 миллион һум түләһәк, бөгөн ул 15 миллионға барып баҫты, — тип көйәләнә Риф Әхмәтнур улы. — Батмайым тиһәң, әмәлен күр, тиҙәр. Тимәк, көрсөк һаҙлығына батмаҫ өсөн яңы юлдар, эш йүнәлештәре эҙләү зарур. Шуларҙың береһе — теплицаның үҙ ҡаҙанлығын булдырыу. Әммә бының өсөн аҡса кәрәк. Табыштың төп өлөшө йылылыҡ өсөн түләүгә киткәс, комбинаттың иҡтисади хәле һиҙелерлек ҡаҡшаны.
Былтыр июндә беҙҙә республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов булып киткәйне. Беҙ уға етештереү майҙанын артабан өс гектарға арттырып, заманса технологиялар индереләсәк яңы теплица төҙөү хаҡында фекеребеҙҙе еткерҙек. Ошо йәһәттән Президенттың ризалығы менән проект эшләнде, төҙөлөш Башҡортостандың инвестиция программаһына индерелде.
Яңы теплица төҙөү комбинаттың финанс тотороҡлоғона, һис шикһеҙ, ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Сөнки, беренсенән, унда йәшелсә үҫтереүҙең иң яңы алымдары ҡулланыласаҡ, заманса ҡорамалдар эшкә егеләсәк. Мәҫәлән, улар йыл һайын һатыуға уртаса 1 мең тонна йәшелсә оҙата, ә яңы теплица уның күләмен 2 мең 800 тоннаға еткерергә мөмкинлек бирәсәк. Һәр квадрат метрҙан уңыш 60 килограмдан да кәм булмаясаҡ.
Ни тиһәң дә, “Нефтекама” комбинатында ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмағандар, ең һыҙғанып эшләүҙәрен дауам итәләр. Ситтә түгел, ә үҙебеҙҙең төбәктә үҫтерелгән йәшелсәнән халыҡ та ҡәнәғәт. Ләкин шуныһы: аҙыҡ-түлек етештереүсе күмәк хужалыҡтарға минераль ашлама, яғыулыҡҡа утыҙ процент ташлама яһалһа ла, бындай предприятие өсөн быларҙың береһе лә ҡаралмаған.
— Ошо мәсьәлә буйынса республиканың Ауыл хужалығы министрлығына мөрәжәғәт иткәйнек, “бының өсөн методика эшләнмәгән” тип яуап ҡайтарҙылар, — ти комбинат етәксеһе.
Һорау тыуа: ул методиканы кем эшләргә тейеш һуң? Шуға ла теплица коллективы күп мәсьәләне тик үҙ көсө менән еңеп сығырға мәжбүр. Бөгөн барлыҡ өмөт — төҙөләсәк яңы теплицала.
Марат МОРАТОВ
Яңауыл районы.