Дәүләт Думаһы 2019 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 117 һумға арттырыу тураһындағы закон проектын хупланы. Ул 11 280 һумлыҡ йәшәү минимумына еткереләсәк.
Был үҙгәреш илебеҙҙәге 3,7 миллион кешегә ҡағыласаҡ. Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү 5 миллиард һумға төшәсәк.
Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен һуңғы тапҡыр быйыл 1 майҙа арттырғайнылар. Әле ул 11 163 һум тәшкил итә.