Йылы һыуға түләнеңме?11.12.2018
Республика йортондағы сираттағы кәңәшмәлә идарасы компанияларҙың яғыулыҡ-энергетика ресурстары менән тәьмин иткән ойошмаларға бурысы тураһында һүҙ барҙы.

– Бурыстарҙың төп өлөшө йылы һыу һәм йылылыҡ өсөн. 1 октябргә сумма 400 миллион һумға артҡан, дөйөм бурыс 3, 624 миллиард һум тәшкил иткән, шуның өстән ике өлөшө Өфө ҡалаһындағы идарасы ойошмаларға тура килгән, – тине республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Башҡортостан прокуроры Андрей Назаров бурысты кәметеү буйынса алып барылған эш тураһында һөйләне. Быйыл был өлкәлә финанс мутлыҡтары буйынса 30 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уның әйтеүенсә, республика ведомстволарының берлектәге эшмәкәрлеге арҡаһында бурыс йыл башынан 1,5 миллиард һумға кәмегән.

Кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, Радий Фәрит улы түләү тәртибе буйынса республиканың Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә булыуын белдерҙе. Күпселек урындарҙа торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙе йыйыу 95 процентҡа етә. Шулай ҙа бурыстарын ҡаплауҙы уйламаған кешеләргә ҡаты саралар күрергә, идарасы компанияларҙың законһыҙ эшмәкәрлеген дә тыйырға кәрәк тигән иҫкәртеү яһалды.


Вернуться назад