"Башҡортостан сода компанияһы" Cbonds Awards премияһының “Йыл дебюты” номинацияһында еңеү яуланы. Премия корпоратив облигациялар сығарған өсөн бирелде. Компания финанс баҙарында һигеҙ миллиард һум йәлеп иткән.
Cbonds Awards – йыл һайын Рәсәй облигация баҙарының иң яҡшы ҡатнашыусыларына тапшырыла торған премия. Улар асыҡ тауыш биреү юлы менән һайлап алына.