Бергә-бергә еңелерәк11.12.2018
Бергә-бергә еңелерәкБаймаҡ районында ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында ауыл хужалығы ҡулланыусылары кооперативы булдырыуға арналған кәңәшмә үтте.

– Быйыл райондың биш проекты ауыл хужалығы ҡулланыусылары кооперативын үҫтереүсе конкурстың беренсе этабын үтте, – тине республиканың ауыл хужалығы консультациялары үҙәге директоры Ирек Сакаев.


Улар араһында ике кооператив – “Яковлевка” һәм “Бай” йәнә “Һаҡмар”, “Ялан-тау” һәм “Ит донъяһы” кооперативтарына берләшкән өс инициатива төркөмө бар. Дүрт кооператив конкурс һайлауының икенсе этабын үтеп, өс миллион һумлыҡ грант алған.

Шулай итеп, Баймаҡ районында ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙе берләштереү юлы менән яңы производстволар барлыҡҡа килде. “Яковлевка”ла сыр эшләйҙәр, “Бай”ҙа һөт етештереү ҡеүәтен киңәйтәләр, мал һуйыу һәм ит ярымфабрикаттары әҙерләү цехтары – “Һаҡмар” менән “Ялан-тау” кооперативтарында.




Вернуться назад