Дәүләт теләһә кемдән һатып алмай11.12.2018
Өфөлә Ауыл хужалығы министрлығы бинаһында үҙәкләштерелгән дәүләт һатып алыуҙары системаһын үҫтереү буйынса семинар уҙғарылыуы тураһында гәзитебеҙҙең интернет-сайтында хәбәр ителгәйне инде. Ҡаҙна аҡсаһын маҡсатҡа ярашлы тотоноуға, уның йоғонтололоғон арттырыуға йүнәлтелгән был эшмәкәрлек бөгөн ниндәй үҙгәрештәр кисерә?

“Тендер” тигән һүҙ хәҙер беҙҙең өсөн көндәлек тормоштағы ғәҙәти төшөнсәгә әйләнде. Уның асылы дәүләт учреждениеһы йәки ойошмаһы өсөн кәрәк-яраҡты конкурс нигеҙендә һатып алыуға ҡайтып ҡала. Алдан иғлан ителгән һәм ҡануниәттең барлыҡ талаптарын күҙәтеүҙе мотлаҡ шарт итеп ҡуйған был сарала кем арзаныраҡ һәм шул уҡ ваҡытта сифатлыраҡ тауар тәҡдим итә, шул еңә – учреждение уның әйберен һатып ала. Ул ошо ойошмаға эш автомобиле, дауахана өсөн ҡорамал, мәктәпкә йыһаз йәки балалар баҡсаһы өсөн ҡәләм-дәфтәр һәм башҡа күп төрлө тауар булырға мөмкин. Тендер белгестәр өсөн дә ярайһы уҡ ҡатмарлы процедура булып тора, ул Рәсәйҙең электрон сауҙа майҙансығында үткәрелә, сөнки дәүләт ихтыяжына ниндәй суммаға күпме әйбер һатып алыныуы асыҡ булырға тейеш.

– Дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн үҙәкләштерелгән дәүләт һатып алыуҙары системаһы беҙ көткән һөҙөмтәне бирҙе һәм алға табан ыңғай аҙым булды, – тине республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков семинар алдынан үткәрелгән матбуғат конференцияһында. – Был йүнәлештә беҙҙең республиканың күрһәткестәре насарҙан түгел, ул сауҙалашыу эшендә һаҡсыллыҡ күрһәтеүгә бәйле.


Министр раҫлауынса, 2018 йылдың 11 айында ошо һаҡсыллыҡ күләме ике миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. “Был сама менән ун ҙур балалар баҡсаһына тиң”, – ти Сергей Новиков. Ул сауҙалашыу һөҙөмтәләре буйынса тотонолған аҡсаның 12 процентын алып тора. Ҡаҙна аҡсаһын һаҡсыл тотоноуҙа Башҡортостан Рәсәйҙең күп төбәктәренән алда бара.

Йыл башынан алып электрон сауҙа майҙансығына дүрт мең ярым заказ урынлаштырылған, шуларҙың өс меңе аукцион үткәреү менән тамамланған, уларҙың йомғаҡтары буйынса 2,3 мең башҡарыусы билдәләнгән. Аукцион иғлан ителеп тә бер ҡатнашыусыһы булмауы асыҡланған осраҡтар бөтә билдәләнгән тендерҙарҙың алты процентынан артмай.

Үҙәкләштерелгән системаға күскәнгә саҡлы республикала заказдарҙы урынлаштырыу менән өс меңгә яҡын белгес шөғөлләнгән икән. Хәҙер Иҡтисади үҫеш министрлығында ошо йүнәлеште яҡшы әҙерлекле 20 кеше алып бара.


Вернуться назад