Һуңғы йылдарҙа республика муниципалитеттарында мөлкәт һалымын йыйыу әллә ни артмай, 50 процент самаһы тәшкил итә, тип белдерҙе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Марат Вахитов.
“3 декабрҙә мөлкәт һалымын түләү ваҡыты үтте. Һалым органдары тарафынан биш миллиард һумдан ашыу һалым иҫәпләнгәйне. 1 декабргә был сумманың 57 проценты, йәғни 2,885 миллиард һум, түләнгән. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда төбәктә һалым йыйыу әллә ни артмаған – ни бары 2,2 процентҡа ғына”, – тине ведомство башлығы.
Мөлкәт һалымын йыйыу йәһәтенән әүҙемдәр иҫәбенә Ҡырмыҫҡалы, Белорет, Бәләбәй райондары, Нефтекама, Салауат ҡалалары инә. Шул уҡ ваҡытта Өфө, Күмертау, Сибай, Октябрьский ҡалаларында һәм Иглин, Ишембай, Туймазы райондарында был күрһәткес түбән. Марат Вахитов һалым йыйыуҙы арттырыу өсөн ошо тематикаға республика телепроектын ойошторорға, һәр квартал йомғаҡтары буйынса төбәк Башлығы етәкселегендә “Килем сәғәте” кәңәшмәһен үткәрергә тәҡдим итте.