“Икенсе Баҡы” ғына түгел...23.05.2012
“Икенсе Баҡы” ғына түгел...Өфөлә “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһе егерменсе тапҡыр үтә
Өфөлә “Газ. Нефть. Технологиялар-2012” күргәҙмәһе эш башланы. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Күргәҙмә ойошторолған “Өфө-Арена”ла алма төшөрлөк тә урын ҡалмағайны, буғай, сөнки был – Рәсәйҙең нефть һәм химия тармағының иң ҙур сараларының береһе. Унда йыл да илебеҙҙең 33 төбәгенән 400-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнаша. Улар араһында “Башнефть”, “Сода”, “Транснефть”, “Татнефть”, “Полиэф”, “Сибур” һәм башҡа сәнәғәт “бәһлеүәндәре” бар. Күргәҙмәлә шулай уҡ Беларусь Республикаһы, Украина, Австрия, Германия, Израиль, Испания, Италия, Ҡытай, Корея, АҠШ, Швейцария кеүек илдәрҙең предприятиеларының экспозициялары менән танышырға мөмкин.
– Бөгөнгө күргәҙмә – Рәсәйҙә ошо тармаҡ белгестәрен туплаусы иң ҙур майҙандарҙың береһе. Газ буйынса беҙ донъяла – беренсе, нефть сығарыу буйынса ла иң эре унау иҫәбендә. Технологияларыбыҙ йәһәтенән дә ғорурланырға урын бар, әммә был йүнәлештә артабан да ныҡышмалы эшләү һәм тырышыу зарур, – тине Президент, сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.
Рәсәйҙең Энергетика министрлығы департаменты директоры урынбаҫары Владимир Антошин әйтеүенсә, был форум илдең яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, уны тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы тип ныҡлы ышаныс менән билдәләргә була.
Нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзы рәйесе Геннадий Шмаль фекеренсә, бындай сараның Башҡортостанда ойошторолоуы һис тә осраҡлы түгел, сөнки быйыл республикабыҙҙа нефть сығарыла башлауға теүәл 80 йыл тула. “Уны “Икенсе Баҡы” тип атанылар, әммә ул тиҙҙән “Беренсе Баҡы”ның үҙенә ҡарағанда нефтте бер нисә тапҡырға күберәк сығара башланы һәм оҙаҡ йылдар дауамында илебеҙҙең төп төбәге булып ҡалды”, – тине ул һәм тәүге “пионерҙар”ҙы иҫкә алырға тәҡдим итте.
Күргәҙмә өс көн барасаҡ, бихисап фәнни-ғәмәли конференциялар, семинарҙар, презентациялар үтәсәк. Улар был тармаҡтың иң мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләренә арналасаҡ.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад