Күпме әрләһәк тә, үҙебеҙҙең “тимер ат”ҡа етеүсе юҡ!10.12.2018
“Иномарка”нан текәһе юҡ”, ти торғас, артыҡ маҡтауҙан ялығып киттек ахыры. Рәсәйҙәр быйыл үҙҙәрендә етештерелгән автомобилдәргә йөҙ бора башланы. Мәҫәлән, “Автовоз”дың “Lada”һы — хәҙер иң популяр автомобилдәрҙең береһе. Һәр икенсе рәсәйле тәүге тапҡыр руль артына ултырғанда тап ошо марканы һайлай.

Ошо йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында баҙарҙа ватан автомобилдәре өлөшө 20 процент тәшкил иткән — был һуңғы ете йылдағы иң яҡшы күрһәткес, тип иҫәпләй етештереүселәр. Ноябрҙә генә 34 меңгә яҡын атомобиль һатылған, был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 15,4 процентҡа күберәк.




Вернуться назад