"Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы ҡарар Стәрлетамаҡтағы 2,5 мең эшсене ҡотҡарасаҡ"09.12.2018
“Ҡуштауҙы эшкәртеү хаҡындағы ҡарар 2,5 мең эш урынын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирәсәк. Уларҙы БСК киләһе йылдан уҡ ҡыҫҡарта башларға мәжбүр булыр ине”, — тип белдерҙе Рәсәй дәүләт социаль университеты ректораты ҡарамағындағы советник Рөстәм Әхмәҙинуров.

— Әлеге ҡарар башҡорттар өсөн оло мираҫты тәшкил иткән Торатауҙы һаҡлап ҡалыу йәһәтенән берҙән-бер дөрөҫ саралыр, моғайын. Бер үк ваҡытта ил өсөн стратегик предприятиеның артабанғы эшмәкәрлеге лә тотҡарланмаясаҡ, — тине ул. — Эшкәртеүҙе Ҡуштауҙың икенсе яғынан башлауҙары ла мөһим. Был киләһе 30 йылда тауҙың рекреация һәм туристик әһәмиәтен һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирәсәк. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Торатауға ҡағылмау тураһындағы фекерҙе яҡлай алыуы, минеңсә, принципиаль. Артабан иһә Торатауҙың статусын, халыҡ-ара кимәлдәге мәҙәниәт һәм тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ, мәңгелеккә һаҡлап ҡалыу буйынса федераль ҡарар ҡабул итергә кәрәк, тигән фекерҙәмен.


Вернуться назад