Башҡорт һөтө шә-ә-ә-әп!08.12.2018
Францияның Savencia Fromage & Dairy компанияһының генераль директоры Жан-Поль Торрис Башҡортостанда етештерелгән һөт сифатын юғары баһаланы. Был хаҡта ул Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында үткән "Рәсәй саҡыра" тигән йыйындың пленар сессияһында белдергән.

Мәғлүм булыуынса, сит илдәрҙән аҙыҡ индереүҙе сикләү башланғас, Рәсәй кәштәләрендә компанияның сыры юғалды. Шуға ла предприятие Рәсәй биләмәләрендә үҙененең сырын етештереү өсөн урын эҙләй башланы. Һөҙөмтәлә былтыр фирма "Бәләбәй һөт комбинаты" акционерҙар йәмғиәтендә һыйыныр урын тапты. "Беҙ бығаса күп фермаларҙы һәм майҙансыҡтарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Әммә һөт йыйыу һәм һаҡлау өсөн заманса етештереү предприятиеһын тап Башҡортостанда таптыҡ. Сифатлы һөттән тәмле сыр етештерәбеҙ", – ти компания директоры.


Вернуться назад