Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә инвесторҙар менән осрашты. Кәңәшмәлә республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар һәм ведомстволар, үҫеш институттары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.
Сарала республикала тормошҡа ашырыу күҙалланған проекттар буйынса фекер алыштылар. Атап әйткәндә, Ауырғазы районында ҙур һөтсөлөк фермаһын төҙөү проекты тикшерелде. Проекттың инициаторы, “Урожай” һөтсөлөк фермаһы етәксеһе Радик Рафиҡов әйтеүенсә, дөйөм инвестиция күләме – 4,2 миллиард һум. Һөҙөмтәлә 100-гә яҡын яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Һөт етештереү күләме йылына 59 мең тоннаға етергә тейеш.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов билдәләүенсә, республикала күләме буйынса был проектҡа тиңдәр юҡ. Шул уҡ ваҡытта тоҡомло мал һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдың бер өлөшө ғәмәлдәге ярҙам күрһәтеү программалары нигеҙендә федераль ҡаҙнанан ҡаплана.
Әлегә объектҡа илтеүсе юлды, һыу менән тәьмин итеү системаһын проектлау һәм төҙөү мәсьәләһе хәл ителмәй ҡала. Төбәк етәксеһе, дөйөм алғанда, проектты хупланы һәм республика Хөкүмәтенә тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.