"БСК сеймалы өсөн бәхәстең тамамланыуы — Башҡортостандың абруйын арттырыуҙа ыңғай күренеш"07.12.2018
“Әүәлге республика етәкселеге менән финанс-сәнәғәт төркөмдәренең береһе араһындағы Башҡортостан тауҙарын — шихандарҙы эшкәртеүгә бәйле низағ һуңғы йылдарҙа республика өсөн һиҙелерлек кире экстрафакторҙарҙың береһе булды”, — тине политолог Дмитрий Казанцев.

“Ул төбәктәге ижтимағи-сәйәси хәлгә йоғонто яһап ҡына ҡалманы, федераль кимәлдә Башҡортостандың абруй күрһәткестәрен төшөрҙө, — тине ул. — Элекке төбәк власы менән компанияның топ-менеджерҙары араһындағы эске аңлашылмаусанлыҡ мәғлүмәт һуғышына килтерҙе, мәсьәлә киҫкенләште, оҙаҡҡа һуҙылды. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың йылдам ғәмәлдәре көн тәртибенә яуап бирә. Башта мәсьәләне хәл итеүҙә алынған тайм-аут урындағы власть тарафынан һөйләшеүҙәр өсөн файҙаланылғандыр, моғайын. Күреүебеҙсә, улар ярайһы уҡ һөҙөмтәле булды. Башҡортостан йәмәғәтселеге төбәк Башлығының социаль-мәҙәни, тарихи һәм экологик ҡиммәтте тәшкил иткән Торатау менән Йөрәктауҙы һаҡлап ҡалыуын күрҙе”.

Политолог билдәләүенсә, хәҙер Ҡуштауҙы сәнәғәти үҙләштереүҙең халыҡ-ара стандарттарға һәм талаптарға ярашлы, төбәктәге дәүләт һәм экология ойошмаларының ҡәтғи контролендә башҡарылыуы мөһим.




Вернуться назад