Кисә Учалы ҡалаһында Эшҡыуарлыҡ көнө уҙғарылды. Республика масштабында был байрамды билдәләү хәҙер йолаға әүерелһә лә, Урал арты райондары эшҡыуарҙары өсөн ул тәүге тапҡыр ойошторолдо. Форумда республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Вадим Үтәшев, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев, Бәләкәй эшҡыуалыҡҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды генераль директоры Айҙар Хәлилов, эшҡыуалыҡ өлкәһендә танылыу яулаған әйҙәүсе эксперттар, эшҡыуарҙар ҡатнашты.
Форум сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, тренингтар һәм эшлекле уйындар үткәрелде. Эшҡыуарҙар бер-береһе менән аралашты, тәжрибәләре менән уртаҡлашты.