Ҡырмыҫҡалы уңғандары араһында ағас менән эш итеүсе йүнсел менән танышҡас, уны сәнғәт кимәлендә эшкәртеп булыуын күреп, хайран ҡалдыҡ.
Салауат Фазылов Өфө урман хужалығы техникумында, технолог белемен алғандан һуң, яҙмышын ошо тармаҡҡа бағышлай. 1997 йылдан алып ишек, тәҙрә, баҫҡыс, мебель, беседка һәм башҡа кәрәк-яраҡты район халҡы ғына түгел, баш ҡаланан да килеп алалар.
— Өфөлә Ғафури паркын биҙәү эшендә ҡатнаштыҡ. Бик риза булып ҡалдылар, — ти уңған эшҡыуар С. Фазылов.
— Кадрҙар мәсьәләһе нисек? — тип һораныҡ.
— Ағас “ене” ҡағылған кешеләр аҙ, күптәрҙе өйрәтеп алабыҙ, — тине ул.