Эшҡыуарлыҡ нисек башлана? Нимәнелер эҙләй башлағас, ул тауарҙың юҡлығы асыҡлана. Уйсан кеше “Ә ниңә үҙебеҙ эшләп ҡарамаҫҡа?” тигән һорау ҡуя.
Тарих уҡытыусыһы, 18 йыл газ тармағында эшләп йөрөгән Венер Әминев, сауҙа нөктәләрендә сифатлы билмән эҙләп тапмағас, ҡустыһы Нил менән кәңәшләшкәндән һуң яҡташтарына сифатлы аҙыҡ-түлек тәҡдим итеү йәһәтенән эш асып ебәрә. Тәүге аҙымдары ғына әле уларҙың. Әлегә көнөнә 100 килограмм дүрт төрлө билмән, манты етештереп, Ҡырмыҫҡалы районының сауҙа нөктәләренә оҙаталар. Ауыл халҡы уларға шатланып ит, картуф, кәбеҫтә, кишер тапшырып аҡса эшләй.
— Беҙ кооператив ағзаһы булараҡ теркәлдек. Район етәкселеге ярҙам итеп тора, ер бүлеп бирҙеләр. Киләсәктә яңы бина төҙөп, ҡеүәтебеҙҙе арттырырға иҫәп тотабыҙ, — ти ағалы-ҡустылы Әминевтәр.