Ауыл ерендә хәл итеүҙе көткән проблемалар әҙ түгел, һәм уларҙы, әлбиттә, үҙаллы ғына еңеп сығыу ауыр. Шуға ла “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы әлеге көндә бик мөһим. Белеүебеҙсә, күп ауыл биләмәләре ошондай уҡ программаларҙа ҡатнашып тракторлы булды, төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эш башҡарҙы.
Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе лә әлеге проектҡа дәррәү ҡушылды – йыйылыш үтте, программаның йөкмәткеһе менән танышты. Фекер алышыуҙа ауыл старостаһы Ф. Ғәлин, сығыш яһап, трактор кәрәклеген билдәләне.
– Ауылда ниндәй генә эш башҡарайым тиһәң дә, техника кәрәк. Әгәр трактор алһаҡ, күп кенә проблемалар ыңғай хәл ителер ине, – тине ул.
Ауыл депутаты Флүрә Ғәзизова һыу башняһын алмаштырыу мәсьәләһен яҡланы.
– Ауыл халҡы ошо башняның һыуын эсә. Беренсе сиратта торорға тейешле проблема, – тине Флүрә Ниязбай ҡыҙы.
Уҡытыусы-ветеран Фәриҙә Ильясова менән Рафаил Хәсәнов та трактор алырға кәрәк тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Ә мәктәп директоры Айгөл Ғәбдиева үҙ сығышында мәктәп тәҙрәләренең рамдары иҫкереүен, шунлыҡтан ҡыш көндәрендә һалҡын булыуын әрнеп һөйләне.
– Балаларыбыҙ уңайлы, йылы урында уҡыһын өсөн “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына тап ошо мәсьәләне индерергә кәрәк, – тине Айгөл Кинйәбай ҡыҙы.
Ошо тәҡдимдәр тауышҡа ҡуйылып, йыйылышта ҡатнашҡан 121 кеше бер тауыштан ауылға трактор алыу өсөн ҡул күтәрҙе. Был мәсьәлә хәл ителгәс, халыҡтан йыйыласаҡ аҡсаның да күләме билдәләнде. Бында ла барыһы ла ыңғай тауыш бирҙе.
Шулай итеп, программала ҡатнашып, бер миллион 450 мең һумлыҡ трактор алыу планлаштырылды. Шуның бер миллион һумы хөкүмәт ярҙамы булһа, 150 меңе – муниципаль бюджеттан, 150 мең – бағыусыларҙан, 150 мең һумы халыҡтан йыйылырға тейеш.