Толом-толом... сыр үрәләр06.12.2018
Үрелгән сәс толомо рәүешендәге ыҫланған сырҙы яратмаған кеше бармы икән? Ул формаһы менән генә түгел, ә үҙенсәлекле тәме һәм сифаты менән дә айырыла.

Тәме менән ул грузиндарҙың тоҙло сулугуни сырына оҡшаш. Әммә ул беҙгә әрмән кухняһынан килеп инде, “чечил” тигән атамаһы “уралған” тигәнде аңлата.

Йәрмәкәй районындағы крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Марета Оганисян — чечил сырын эшләүсе оҫталарҙың береһе. “Яңы ғына һауған һөттән яһайбыҙ сырҙы, — ти ул. — Етештереүҙең үҙенсәлекле технологияһы һөттәге файҙалы матдәләрҙе һаҡларға ярҙам итә”.

Оҫта ҡуллы етәксенең төрлө сырҙары ҡулланыусыларҙың ышанысын аҡланы. Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Бәләбәй халҡы күптән инде уның тәмен яҡшы белә. “Башҡортостан продукты” проекты дипломанты булараҡ, предприятие төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.


Вернуться назад