Башҡорт бал ҡортон... Үзбәкстанға ебәрмәкселәр06.12.2018
Бал ҡорттарын ҡышҡылыҡҡа йылы яҡҡа ебәреү тәҡдимен республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илшат Фәзрахманов Үзбәкстандың Фирғәнә өлкәһе башлығы Шөһрәт Ғәниев менән осрашыуҙа индерҙе.

Илшат Илдус улы йылы климат шарттарында беҙҙең ҡорттарҙың популяцияһы ышаныслы һаҡланыр тигән фекерҙә. Урындағы баҙарҙа башҡорт балы ла ныҡлы урынын алыр ине.

Үҙ сиратында Үзбәкстандан киптерелгән емеш-еләк, Башҡортостан аша уҙып, Рәсәй баҙарына юл тотасаҡ. Бының өсөн Өфөлә агроиндустриаль парк төҙөү күҙаллана, тип белдерҙе Илшат Фәзрахманов.




Вернуться назад