Тиҙҙән сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ иғлан ителәсәк05.12.2018
Мәғлүм булыуынса, яңы йылдан халыҡ төбәк операторҙары сүп-сарҙы йыйып алып китеп, эшкәрткән өсөн хаҡ түләй башлаясаҡ. Ә урындарҙағы ҡыйлыҡтар ябыла.

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына түләү күләме ноябрь айында билдәләнгәйне инде. Күп фатирлы йорттарҙа бер кешегә – 140 һумдан саҡ ҡына ашыуыраҡ, ә шәхси өйҙәрҙә 200 һумдан күберәк тура килде.

Әммә был сумманы халыҡ юғары тип ҡабул итте. Айырыуса килемдәре түбән булған ауыл ерендә. Һөҙөмтәлә хаҡтарҙы ҡайтанан ҡарарға тәҡдим ителде. Республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты, төбәктәр үҙенсәлегенә ҡарап, аныҡ һандарҙы 20 декабрҙән дә һуңға ҡалмайынса хәбәр итәсәк.

Төбәк операторҙары белдереүенсә, контейнер майҙансыҡтарын булдырыу мәсьәләһе лә киҫкен тора. Республикала улар һаны туғыҙ мең тирәһе, тағы ла биш мең талап ителә. Был – муниципалитеттарҙың бурысы, ләкин өс контейнер ҡуйылған бер майҙансыҡты йыһазландырыу ғына ла 100-150 мең һумға төшә икән.


Вернуться назад