Өс шәкәр заводы (Шишмәлә, Мәләүездә, Раевкала) бөгөнгә 145 мең тонна шәкәр сығарған — был республика ихтыяжының икеләтә күләме.
Быйылғы уңыш сөгөлдөрө юғары шәкәрлелеге менән айырыла. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, көҙ ҙә иң йылыһы булған. Шишмә заводында шәкәр сығышы ун алты процент тәшкил иткән. Уңышты эшкәртеп бөтөрөү ғинуар башына планлаштырыла.
Бер кешегә шәкәр ҡулланыуҙың йыллыҡ нормаһы — 24 килограмм. Рәсәйҙә бөтәһе алты миллион тонна шәкәр тотонола. Быйылғы уңыштан сығып әйткәндә, Рәсәй заводтары 5,8 миллион тонна продукция етештерәсәк. Тимәк, шәкәргә ҡытлыҡ булмаясаҡ.