Федераль һалым хеҙмәте компанияларҙың һалым бурыстары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тәүге тапҡыр үҙ сайтында баҫтырып сығарҙы.
Әлегә тиклем Рәсәй компанияларының бурыстары, штрафтары, пенялары һәм башҡа хоҡуҡ боҙоуҙары тураһындағы мәғлүмәттәр һалым сере тип иҫәпләнә ине. Хәҙер 1,5 миллионға яҡын компанияның (Рәсәйҙә теркәлгән ойошмаларҙың өстән бер өлөшө тирәһе) “сере” менән танышырға мөмкин. Мәғлүмәттәр 2017 йылдың 31 декабренә тиклем барлыҡҡа килгән һәм быйыл 1 декабргә тиклем түләнмәгән бурыстарға ҡағыла. Федераль һалым хеҙмәте әйтеүенсә, серҙе асыу һалым түләүселәргә уңышлы эшмәкәрлек өсөн ышаныслыраҡ партнерҙарҙы һайларға ярҙам итәсәк.