Сеймал баҙарында тәртип юҡ06.12.2011
Сеймал баҙарында тәртип юҡТуймазы районында беҙҙе уратып алған мөхиттең таҙалығы менән бәйле уникаль предприятие бар. Ул полимер ҡалдыҡтарын эшкәртә. Ошо төбәк өсөн әһәмиәте нимәлә уның? Табыш килтерә аламы был шөғөл?
— Бер тотонғас, ныҡлы етештереү базаһы булдырырға кәрәк, — ти эшҡыуар Фәнис Ғәниев. — Элекке район йылылыҡ селтәрҙәре цехына яңы ҡорамалдар ҙа ултырттыҡ. Бөгөн бында 50-гә яҡын кеше эшләй.
Предприятиеның асылыуы күрше Раевка ауылына яңы һулыш бирә, сөнки унда көн күргән халыҡ элек район йылылыҡ селтәрҙәрендә эшләгән. Цех ябылғас, эшһеҙ ҡалған ауыл халҡы яҡында ғына яңы производство барлыҡҡа килеүен ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итә. Туймазы ҡалаһынан, Иҫке Туймазынан йөрөп эшләүселәр ҙә байтаҡ. Ике вахта автобусы уларҙың ҡарамағында. Цех тәүлек әйләнәһенә эшләй.
— Ни өсөн был эшкә тотондоғоҙ, тиһегеҙме? Беҙҙең яҡта ябыҡ грунтта йәшелсә үҫтереүсе крәҫтиән (фермер) һәм шәхси хужалыҡтар күп. Иҫке Туймазы ауылы биләмәһендә генә теплицаларҙың дөйөм майҙаны 180 гектарға етә. Тик шул эштең икенсе яғына күҙ һалайыҡ. Теплица хужалыҡтары яҡшы үҫеш алғанлыҡтан, беҙҙә полиэтилен ҡалдыҡтар ҙа күп ҡала. Экологияға зыян килтермәҫ өсөн уны кемдер утилләштерергә тейештер бит. Беҙҙең “Полимер” йәмғиәте ана шул эш менән шөғөлләнә лә инде.
Туймазынан тыш, Бүздәк, Шаран, Баҡалы райондарының, шулай уҡ күрше Татарстандың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары беҙҙе сеймал менән тәьмин итә. Йылына бер мең тонна полимер ҡалдыҡтарҙы эшкәртәбеҙ. Предприятиела алдынғы технология ҡулланыла. Полиэтилен пленка тәүҙә йыуыла, эшкәртеүгә таҙартылған сеймал ғына ебәрелә. Гранулаға әйләнгән пластмассанан төрлө көнкүреш тауарҙары етештерелә. Ә предприятиеның үҙендәге производство ҡалдыҡтары сығарып ташланмай, ул тротуар һәм йөҙләү плитәһе етештереүҙә ҡулланыла. Экологик хәлде яҡшыртыуҙа инвесторҙарҙың эшмәкәрлеге лә хуплауға лайыҡ.
“Полимер” йәмғиәте, файҙаланылған пластмасса шешәләрҙе йыйып, эшкәртеп һәм әҙер сеймалға әйләндереп, тауар ассортиментын тағы ла киңәйтергә уйлай. Йәмғиәт белгестәре полимер әйберҙәрҙе эшләп сығарыу һәм эшкәртеү буйынса Мәскәүҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй күргәҙмәһенә лә барырға йыйына.
— Беҙҙең эшмәкәрлек республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығын артыҡ ҡыҙыҡһындырмай кеүек, — ти эшҡыуар. — Йыл һайын Туймазы районынан теплицаларҙы ҡаплауға һәм башҡа ихтыяждарға 2 мең тонна полиэтилен пленка ҡайтарыла. Шуның 1000 тоннаһын беҙ йыябыҙ. Тағы 200–300 тоннаһын күптәр сеймал итеп файҙалана. Әммә ҡалғаны сығарып ташлана, уны яндырып, экологияға ҙур зыян килтерәләр. Ошо хәлде файҙаланып, полиэтилен сеймал баҙарына алыпһатарҙар үтеп инергә тырыша. Лицензиябыҙ юҡ, тип һис тартынып тормайҙар. Етештереүҙе туҡтатмаҫ, кешеләргә эш хаҡы түләр өсөн миңә улар менән дә эш итергә тура килә. Алыпһатарҙар үҙ кеҫәһен ҡалынайтырға тырыша. Былтыр полимерҙың килограмын 4 һум менән алһам, быйыл хаҡты 9 һумға ҡәҙәр күтәрҙеләр. Өҫтәүенә миңә полиэтилен ҡалдыҡтарҙы алып килергә, келәткә индереп һалып ҡуйырға һәм аҙаҡ уны пресларға кәрәк. Шул сығымдар ғына 1,5 – 2 миллион һумға барып баҫа. Шуға етештереүҙең рентабеллелеге кәмей. Энергия сығанаҡтарына хаҡтарҙың артыуы ла бәкәлгә һуға.
Полиэтилен ҡалдыҡтарҙы утилләштереү мәсьәләһендә министрлыҡ ситтән генә ҡарарға тейеш түгелдер. Әгәр беҙ экологияны яҡшыртыу тураһында һөйләйбеҙ икән, сеймал баҙарын да нисектер көйләргә кәрәк. Һүҙ юҡ, бер кем дә пленканы эшкәртеүсе предприятиеға осһоҙ хаҡҡа 50 саҡрым алыҫлыҡтан алып килмәй. Сеймалға хаҡтар һәр ике яҡ өсөн дә ғәҙел булырға тейеш. Бәлки, шул эшкә лицензия алған, законлы рәүештә полиэтилен ҡалдыҡтарҙы йыйыу менән шөғөлләнгән әҙерләүселәргә дотация биреү хаҡында ла уйларға кәрәктер?
Миҙхәт ШӘРИПОВ
Туймазы районы.


Вернуться назад