Баҫыуға идара — электроника аша02.12.2018
Федоровка районында баҫыуҙарҙы “цифрлаштырыу” башланды. Был эште райондың ауыл хужалығы эштәре идаралығы белгестәре башҡара. Бөгөнгә 73 300 гектар һөрөнтө ер ошо программаға күсерелгән, был бөтә ауыл хужалығы биләмәләренең 53 процентын тәшкил итә. Эш артабан да дауам итәсәк.

Киләһе йылда Рәсәйҙә “Ауыл хужалығын цифрлаштырыу” программаһы бөтә ил буйынса тормошҡа ашырыласаҡ. Тәүҙә ер майҙандарын иҫәпкә алыу, агросәнәғәт комплексында етештерелгән барлыҡ аҙыҡ-түлектең ҡайҙа һәм күпме оҙатылыуын иҫәпкә алыуҙы яйға һалырға планлаштыралар.



Вернуться назад